Граждандар оборонаһы айлығы
Айлыҡ сиктәрендә граждандарҙың был өлкәлә белемен күтәреүгә йүнәлтелгән саралар үтә. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә дәрестәр ойошторола, балалар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡабатлай, янғын һүндереү ҡорамалдары менән таныша. Дәүләт янғын күҙәтеүе инспекторҙары урында янғын хәүефһеҙлеген тикшерә, хеҙмәткәрҙәргә ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирә һәм улар менән күнекмәләр үткәрә. Айлыҡтың тағы бер йүнәлеше – методик ярҙам күрһәтеү һәм граждандар оборонаһы сараларын тормошҡа ашырыуға әҙерлеген баһалау. 9 октябрҙә Башҡортостан буйлап халыҡты иҫкәртеү системаһы тикшерелә. Сирена тауышы менән бергә телевизор һәм радио аша «ВНИМАНИЕ ВСЕМ» сигналы тапшырыла. Мәғлүмәтте шулай уҡ Рәсәйҙең МЧС мобиль ҡушымтаһында ла алырға мөмкин була. Йәмәғәт иҫкәртеү системаһының торошон, эшләү ҡеүәтен комплекслы һынау даими үткәрелә, тыныс булығыҙ. Ошо турала Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының «Сәләм» тапшырыуында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова бәйән итте.
Название:
Граждандар оборонаһы айлығы
Категория:
Новости и СМИ