30 апрель - Рәсәй янғын һағы көнө

116 подписчиков

12+
12+

5 месяцев назад

ПожаловатьсяНарушение авторских прав

116 подписчиков

12+
12+

5 месяцев назад

ПожаловатьсяНарушение авторских прав
12+
12+

5 месяцев назад

Янғын һүндереүсе - һөнәр генә түгел, ҡаһарманлыҡ, сабырлыҡ, ғүмереңде хәүеф аҫтына ҡуйыуға әҙерлек талап иткән хеҙмәткә башкөллө сумыу ул. Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының иртәнге «Сәләм» тапшырыуында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленар Вәхитов, барлыҡ янғын һүндереүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Шулай уҡ, бөгөндән республикала янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә булыуын иҫкәртте һәм барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәргә саҡырҙы.

Название:

30 апрель - Рәсәй янғын һағы көнө

Категория:

Новости и СМИ